Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, ғалим, төркиәтсе Х.Ғ. Йосоповҡа – 90 йыл

1 мартта башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында Харас Ғәлиәкбәр улы Йосоповтың 90 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте. Билдәле ғалим, төркиәтсе, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы Х.Ғ. Йосопов - Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡытыусылар әҙерләүгә бөтә ғүмерен бағышлаған шәхес. Ул күп йылдар филология факультеты деканы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара. Башҡорт теленең тарихы, тарихи грамматика, телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы һәм хәҙерге башҡорт теле курстары буйынса лекциялар уҡый. 1960 йылдан алып студенттарҙың “Хәҙерге башҡорт әҙәби теле” ғилми түңәрәге менән етәкселек итә.
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы X.F. Йосопов ғилми-педагогик эшмәкәрлегендәге уңыштары өсөн БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы, "Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы", "СССР-ҙың мәғариф отличнигы", “Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” значоктары һәм миҙалдар менән бүләкләнә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ була.
Хәтер кисәһен башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, ф.ф.к., доцент Р.Х. Илешева асып ебәрҙе. “Йәш тикшеренеүсе-филолог” ғилми түңәрәге (етәксеһе – ф.ф.к., доцент Г.Ә. Басирова) ағзалары Х.Ғ. Йосоповтың тормош юлы, ғилми, педагогик эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Хәтер кисәһенә махсус саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар – ғалимдың хеҙмәттәштәре ф.ф.к., доцент Ғ.Ғ. Ҡаһарманов, ф.ф.к., доцент Л.Л. Сәмиғуллина, п.ф.д., профессор Р.Ш. Царева, Х.Ғ.Йосоповтың тормош иптәше, фекерҙәше, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы Г.Ф. Йосоповалар үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, студенттарға ҡиммәтле кәңәштәрен бирҙе. Кисәнең аҙағында ғалимдың уҡыусылары башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, ф.ф.д., профессор З.И. Сәләхова, ф.ф.к., доцент Л.М. Хөсәйенова Х.Ғ. Йосоповтың һәм башҡа кафедра уҡытыусыларының үҙҙәренең ошо профессияны һайлауҙарында ҙур роль уйнауҙары, уларға рәхмәтле булыуҙары тураһында һөйләне, студенттарҙы ғалим уҡытыусыларҙың өлгөһөндә тәрбиәләнергә, белем алырға саҡырҙы.








Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры татарской и чувашской филологии Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ