Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына арналған дәрес

Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының башҡорт филологияһы кафедраһы үткәргән башҡорт теле һәм әҙәбиәте ункөнлөгө сиктәрендә 28 февралдә факультеттың 2, 3 һәм 5 курс студенттары өсөн профессор З.И. Сәләхова һәм доцент Л.М. Хөсәйенова тарафынан әҙерләнгән асыҡ дәрес күрһәтелде. “Оло Эйек ҡыҙы” тип аталған дәрес Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналды. Был сарала кафедраның аспиранты, әлеге ваҡытта Ишембай районы Сәлих дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлшат Ғаяз ҡыҙы Хисмәтуллинаның ҡатнашыуы студенттарға, буласаҡ уҡытыусыларға методик яҡтан да отошло булды. Студенттар был дәрестә Зәйнәб Биишеваның тормош юлы, ижады хаҡында өҫтәлмә белем алыу менән бер рәттән, бөгөнгө уҡытыусының эш алымдары менән дә танышты. Гөлшат Ғаяз ҡыҙы үҙ мәктәбендә ойошторған фольклор түңәрәге ағзалары ҡатнашлығында “Яҡтыға” трилогияһының сюжеттарынан торған нәфис фильм төшөргән. Дәрес аҙағында ул студенттарға фильм төшөрөү серҙәрен аңлатты, шулай уҡ бөгөнгө уҡытыусыға ярҙам итә алырлыҡ сайттар, компьютер программалары тураһында ла белешмә бирҙе. Дәрес бай йөкмәткеле, студенттар өсөн теоретик һәм методик яҡтан бик файҙалы булды.

Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры татарской и чувашской филологии Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ