ЭШКӘ УРЫНЛАШЫУ СЕРҘӘРЕ

Япон халҡы: “Кем мәғлүмәтле – шул донъя менән идара итә”,  тигән бик тә отошло мәҡәлғә таянып йәшәй, алға бара. Ысынлап та, бөгөн заманcа талаптарға яраҡлашып йәшәгәндәр, күберәк мәғлүмәткә эйә булыусылар эш баҙарында ота. 
8 декабрь Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында уҙғарылған оҫталыҡ дәресенең маҡсаты ла хәҙерге хеҙмәт баҙары ҡуйған талаптар менән таныштырыу, эшкә урынлашыу серҙәренә өйрәнеү һәм кәрәкле мәғлүмәт йыйыу һәләтенә эйә булыу ине. 
Был сара барышында сығарылыш студенттары өсөн актуаль булған мәсьәләләрҙең береһе ¬– эшкә урынлашыу проблемаһы яҡтыртылды. 
Филүзә Батыр ҡыҙы Ғәйнуллина (факультетта сығарылыш студенттарының эшкә урынлашыу йүнәлеше буйынса яуаплы) эште тәүҙә нимәнән башларға кәрәклеге һорауына асыҡлыҡ индерҙе. Эште мәғлүмәт туплауҙан, йәки һайлаған һөнәреңдең хеҙмәт баҙарындағы торошон күҙәтеү, анализлау, донъяуи яңылыҡтар менән хәбәрҙар булырға кәрәклеген әйтте, резюмены нисек дөрөҫ тултырыу буйынса кәңәштәр бирҙе. Бөгөнгө хеҙмәт баҙарында мөһим булған маркетинг серҙәренә төшөндөрҙө, үҙеңде презентациялау, үҙең тураһында мәғлүмәт бирергә, уны дөрөҫ күрһәтә белергә өйрәтте. Студенттар эшлекле уйында ҡатнашып, «эш биреүсе» һәм «эш эҙләүсе» ролдәрендә лә үҙҙәрен һынап ҡаранылар. 
Уҡыу осоронда уҡ эш урындары хаҡында уйлана башлаған башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты студенттары өсөн был сара файҙалы булыр, тип ышанабыҙ.



Новости факультета башкирской и тюркской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ