Аҡмулла вариҫтары менән осрашыу

8 декабрҙә мәшһүр Аҡмулла төйәге  Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ- Миәкәлә «Аҡмулла шишмәһе» тип аталған сара үтте. Ул мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 186 йыл тулыуға арналды. «Аҡмулла нәсихәттәре» конкурсының баһалау комиссияһына башҡорт филологияһы кафедраһы доценттары С.Х.Әғзәмова менән М.С. Арыҫланова ла саҡырылды. 2-11 класс уҡыусылары сәсәнлектә, шиғырҙы тасуири уҡыуҙа ярыштылар, бигерәк тә барыһына ла күмәк әйтеш оҡшаны. Миәкә районының төрлө мәктәптәренән килгән уҡыусылар зирәк, телгә маһирлыҡтарын күрһәтеп, үҙҙәрен ысын «Аҡмулла вариҫтары» булыуҙарын иҫбатланылар. 
Ярыш аҙағында сығарылыш класс уҡыусыларына профориентация үткәрелде: башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты тураһында мәғлүмәт бирелде, буклеттар таратылды, анкета һорауҙарына яуап биреү ойошторолдо.






Новости факультета башкирской и тюркской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ