Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты ҡыҙҙары һынатманы

Хозур тәбиғәтле йомарт Алтай ере тағы ла төрки халыҡтары вәкилдәрен 12-се тапҡыр олимпиадаға йыйҙы. Шаулап-гөрләп 13 майҙан 16 майға тиклем Таулы Алтай дәүләт университетында төрки халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй кимәлендә олимпиада булып үтте. Олимпиадала Алтай, Башҡортостан (БДУ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Аҡмулла исемендәге БДПУ), Тыва, Саха-Яҡут, Ҡаҙағстан республикалары студенттары көс һынашты. Беҙҙең университеттан башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының доценты, п.ф.к. Аҡҡужина Ф.Ә. етәкселегендә Мәмбәтова Гөлиә (3 курс), Мәмбәтова Зилиә (3 курс), Мостафина Айзилә (3 курс), Дауытова Сөмбөл (4 курс), Ҡыямова Элиза (3 курс), Петрова Элеонора (5 курс) ҡатнашты. Олимпиада ике көн дауамында, ике этапта барҙы. Беренсе этапта төрки халыҡтары телдәре буйынса, ә икенсе этапта төрки халыҡтары әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса студенттар көс һынашты. Олимпиада йомғаҡтары буйынса командалар ярышында беҙҙең команда III урын алды. «Төрки халыҡтары әҙәбиәте» буйынса Мостафина Айзилә II урын, «Төрки халыҡтары фольклоры» буйынса Ҡыямова Элиза II урын, Мәмбәтова Зилиә һәм Петрова Элеонора III урынға лайыҡ булдылар. Фәнни эштәр конкурсында Мөхәмәтшин Алмаз (етәксеһе Үтәев А.Ф.) I дәрәжә диплом, ә Мәмбәтова Гөлиә (етәксеһе Әғзәмова С.Х.) III дәрәжә диплом менән бүләкләнделәр. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Таулы Алтай дәүләт университетында стажировка ла үттеләр. Олимпиада сиктәрендә төрки халыҡтары кәсептәре күргәҙмәһе, милли спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, М.Чевалков исемендәге милли китапханала «Алтай китабы» һәм төрки халыҡтар мәҙәниәте фестивалдәре үтте. Төрки халыҡтарының милли уйындары буйынса оҫталыҡ дәрестәре айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Башҡортостан командалары башҡорт халҡында элек-электән яратып уйналған «Үгеҙ йөҙөк», «Йәшерен яулыҡ», «Һаҡы таш», «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйындарын уйнап күрһәттеләр. Студенттар ял ваҡытын файҙалы итеп үткәрҙеләр. Г.И. Чорос-Гуркиндың, В.Шукшиндың йорт-музейҙарын күреү фәһемле булды. Чемаль районына ойошторолған экскурсия, төрлө милләт студенттарының аралашыуы, костер янындағы йырҙар күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ