Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарға йыйылды

Ошо көндәрҙә башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаль мәсьәләләре” темаһына ғилми-методик семинар уҙғарылды. Семинарҙың төп маҡсаты – мәктәп һәм юғары уҡыу йорто араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, системалаштырыу. Сарала “Яңы стандарт талаптары буйынса уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу” курсы етәксеһе филология фәндәре докторы, профессор З.И. Сәләхова уҡыу-уҡытыу эштәренә ҡуйылған ФГОС һәм заман талаптары, мәктәп-вуз, вуз-мәктәп берҙәмлегенең мөһимлеге тураһында һөйләне.Инновацион майҙансыҡ етәксеһе педагогия фәндәре кандидаты Ғәйнуллина Филүзә Батыр ҡыҙы майҙансыҡтың маҡсаты һәм бурыстары, эш планы менән таныштырҙы, уның йүнәлештәрен билдәләне. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү буйынса яңы технологиялар индереү, уҡыусыларҙың белем кимәлен заманса баһалау сараларын өйрәнеү һәм ҡулланыу мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшергә, тәжрибә уртаҡлашырға саҡырҙы. Педагогия фәндәре кандидаты Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙы үҙенең педагогик эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, уҡытыусыларға урынлы кәңәш бирҙе.Сарала Стәрлебаш, Федоровка райондарынан килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алдылар һәм семинарҙың эшен юғары баһалап, киләсәктә хеҙмәттәшлек итеүҙе ошо форматта дауам итергә тәҡдим иттеләр. Семинарҙа ҡатнашыусылар башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты һәм башҡорт филологияһы кафедраһы етәкселегенә, коллективҡа рәхмәт белдерҙеләр.

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

II РЕСПУБЛИКАНСКИЙ ЧЕМПИОНАТ ПО ДЕБАТАМ НА БАШКИРСКОМ ЯЗЫКЕ «АҪЫЛТАШ»

Каждый язык уникален, а умение вести беседу всегда ценился. Наши сэсэны умели увлечь за собой народ. К примеру, Салават Юлаев был сэсэном, Хабрау сэсэн, Буранбай сэсэн остались в народной памяти истинными сынами башкирского народа, патриотами Отчизны. Через слова, речь человек передает мысли, идеи, проекты. 

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

«Тюркская филология в XXI веке: проблемы и перспективы»

Информационное письмо

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

Назаровские чтения

В рамках подготовки празднования 100-летия образования Башкортостана факультет башкирской и тюркской филологии Стерлитамакского филиала ФГБОУ ВО «Башкирский государственный университет» совместно с МКУ «Отдел образования МР Аургазинский район» провел на базе муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения «Толбазинская башкирская гимназия» Аургазинского района зональный конкурс чтецов стихов Рашита Назарова среди обучающихся, посвященный Году семьи в РБ. Целью мероприятия были: воспитание подрастающего поколения в духе гражданственности и патриотизма, приобщение обучающихся к изучению, сохранению истории, языка и литературы родного народа, иучение литературно-творческого наследия башкирского поэта, лауреата государственной премии Республики Башкортостан им. Салавата Юлаева, премии им. Г.Ибрагимова Рашита Назарова, популяризация творчества поэта, раскрытие творческого потенциала обучающихся, привлечение интереса к литературе, языку, привлечение абитуриентов на факультет. В конкурсе приняли участие около 100 обучающихся общеобразовательных организаций Аургазинского, Альшеевского, Гафурийского, Кармаскалинского, Стерлитамакского районов и г. Стерлитамак. В рамках мероприятия был проведен заочный конкурс «Моя семья читает стихи на родном языке» в виде видеосюжетов. Для учителей организовали круглый стол на тему «Роль национальных СМИ в патриотическом воспитании подрастающего поколения», где приняли участие представители Всемирного Курултая башкир и республиканской прессы. Особый интерес произвела встреча с родственниками и земляками Р. Назарова.Доценты факультета башкирской и тюркской филологии СФ БашГУ Габбасова Г.З. и Хусаинова Л.М. работали в составе экспертной комиссии. Победители отмечены Дипломами Стерлитамакского филилала БашГУ. По информации кафедры башкирской филологии

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты ҡыҙҙары һынатманы

Хозур тәбиғәтле йомарт Алтай ере тағы ла төрки халыҡтары вәкилдәрен 12-се тапҡыр олимпиадаға йыйҙы. Шаулап-гөрләп 13 майҙан 16 майға тиклем Таулы Алтай дәүләт университетында төрки халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй кимәлендә олимпиада булып үтте. Олимпиадала Алтай, Башҡортостан (БДУ, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Аҡмулла исемендәге БДПУ), Тыва, Саха-Яҡут, Ҡаҙағстан республикалары студенттары көс һынашты. Беҙҙең университеттан башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының доценты, п.ф.к. Аҡҡужина Ф.Ә. етәкселегендә Мәмбәтова Гөлиә (3 курс), Мәмбәтова Зилиә (3 курс), Мостафина Айзилә (3 курс), Дауытова Сөмбөл (4 курс), Ҡыямова Элиза (3 курс), Петрова Элеонора (5 курс) ҡатнашты. Олимпиада ике көн дауамында, ике этапта барҙы. Беренсе этапта төрки халыҡтары телдәре буйынса, ә икенсе этапта төрки халыҡтары әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса студенттар көс һынашты. Олимпиада йомғаҡтары буйынса командалар ярышында беҙҙең команда III урын алды. «Төрки халыҡтары әҙәбиәте» буйынса Мостафина Айзилә II урын, «Төрки халыҡтары фольклоры» буйынса Ҡыямова Элиза II урын, Мәмбәтова Зилиә һәм Петрова Элеонора III урынға лайыҡ булдылар. Фәнни эштәр конкурсында Мөхәмәтшин Алмаз (етәксеһе Үтәев А.Ф.) I дәрәжә диплом, ә Мәмбәтова Гөлиә (етәксеһе Әғзәмова С.Х.) III дәрәжә диплом менән бүләкләнделәр. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары Таулы Алтай дәүләт университетында стажировка ла үттеләр. Олимпиада сиктәрендә төрки халыҡтары кәсептәре күргәҙмәһе, милли спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, М.Чевалков исемендәге милли китапханала «Алтай китабы» һәм төрки халыҡтар мәҙәниәте фестивалдәре үтте. Төрки халыҡтарының милли уйындары буйынса оҫталыҡ дәрестәре айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Башҡортостан командалары башҡорт халҡында элек-электән яратып уйналған «Үгеҙ йөҙөк», «Йәшерен яулыҡ», «Һаҡы таш», «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйындарын уйнап күрһәттеләр. Студенттар ял ваҡытын файҙалы итеп үткәрҙеләр. Г.И. Чорос-Гуркиндың, В.Шукшиндың йорт-музейҙарын күреү фәһемле булды. Чемаль районына ойошторолған экскурсия, төрлө милләт студенттарының аралашыуы, костер янындағы йырҙар күңелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

Объявление!

12 апреля 2018 года кафедра татарской и чувашской филологии проводит Фестиваль методических идей «Преподавание родного языка и литературы: обмен опытом», в котором будут принимать участие методисты по родным языкам, учителя родного (татарского, башкирского) языка и литературы, преподаватели и студенты факультета башкирской и тюркской филологии.

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

На факультете башкирской и тюркской филологии обсудили вопросы сохранения родных языков в контексте стратегии пространственного развития

Ключевыми темами для обсуждения на пленарном заседании, состоявшемся 4 апреля, стали вопросы сохранения традиционной культуры народов, стратегия пространственного развития. Перед студентами и преподавателями выступила декан факультета башкирской и тюркской филологии Р.Х. Илишева. У участников конференции вызвал неподдельный интерес в яркой и доступной форме представленная информация о глобальных вызовах времени: необходимости тесного взаимодействия государства, бизнеса и науки в контексте положений Программы «Цифровая экономика РФ», об основных сквозных технологиях и матрице НТИ, о стратегии пространственного развития, об образовании и профессиях будущего. «У студентов и преподавателей факультета – уникальные этнокультурные знания, – отметила Р.Х.Илишева, – и важно, чтобы мы научились трансформировать их в новый, востребованный временем формат. Нужны новые идеи, интеграция, междисциплинарный подход, и мы к будущему фестивалю должны обеспечить прорыв в области проблематики исследований и форм научных коммуникаций».

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

Фестиваль молодых ученых «Молодежь. Прогресс. Наука»

Ежегодный фестиваль молодых ученых «Молодежь. Прогресс. Наука» пройдет с 2 апреля по 13 апреля. Всех студентов, магистрантов и аспирантов факультета башкирской и тюркской филологии приглашаем принять активное участие в работе данного форума. 

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

Подведены итоги конкурса очерков «Об учителе моего учителя»

Целью конкурса очерков «Об учителе моего учителя», организованного факультетом башкирской и тюркской филологии, является содействие к профессиональному самоопределению обучающихся, воспитание уважительного отношения к учительской профессии. Конкурс решал задачи распространения положительного опыта работы учителей, формирования у обучающихся навыков исследовательской работы, журналистского творчества, воспитания активной жизненной позиции в сохранении и развитии родного языка.

Кафедра башкирской филологии

Читать далее

ВНИМАНИЕ!!! Мастер-класс по изготовлению элементов башкирского национального костюма

Проводит известный в республике мастер Сарвар Аслаева (г.Уфа).

Кафедра башкирской филологии

Читать далее


Наверх

Стерлитамакский филиал БашГУ