Х Кейекбаев уҡыуҙары

Стәрлетамаҡ ҡалаһының тиҫтәләгән уҡыу йорто араһында бөйөк башҡорт ғалимы, билдәле төркиәтсе Ж.Ғ. Кейекбаев исемен йөрөткән 3 гимназияны республикабыҙ кимәлендә матур традицияға әүерелгән “Кейекбаев уҡыуҙары” ғилми форумы аша яҡшы беләләр тиһәк, моғайын, хата булмаҫ. Быйылғы йылда 10-сы тапҡыр ойошторолған был ҙур сара Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә – 21 февралдә Башҡортостандың 17 районынан һәм 7 ҡалаһынан ғилми-тикшеренеү өлкәһендә үҙенең тәүге аҙымдарын яһаған йәш белгесте бер ҙур ҡорға йыйҙы. Был сараға махсус саҡырылған абруйлы ҡунаҡтар – Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнур Илмәтова, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты Әхәт Илмөхәмәтов, “Башҡортостан уҡытыуысһы” журналы мөхәррире Салауат Кәримов, шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы уҡытыусылары – ғилми-ғәмәли конференцияның йәш быуынды тәрбиәләүҙәге һәм төплө белем биреүҙәге ролен юғары баһаланы. Ғилми-ғәмәли конференцияның пленар һәм секцион ултырыштарында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған, профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың ғилми һәм әҙәби мираҫын төрлө яҡлап тикшергән, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең актуаль мәсьәләләрен ҡараған, юбиляр яҙыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәрен яңы күҙлектән анализлаған, урыҫ, инглиз телдәренең үҙенсәлектәрен өйрәнгән 122 тикшеренеү эше тыңланды. Мәктәп уҡыусылары менән бер рәттән студенттар ҙа был конференцияла айырым секция булдырҙы, унда Башҡорт дәүләт университетының, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының, Стәрлетамаҡ химия-технология колледжының студенттары сығыш яһаны. Ҡыҙыҡлы фекере, үҙенең яңылығы булған иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эштәре Мәғарифты үҫтереү институтының дипломдары менән бүләкләнде.




Конференцияның положениеһына ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында методик күрһәтмәләр конкурсы үткәрелде. Иң яҡшы эштәр менән уҡытыусылар конференция барышында ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһаны, үҙҙәренең коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашты. Дөйөмләштереп әйткәндә, Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия директоры Шаһисолтанова А.Б. һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусылары тарафынан әҙерләнгән “Х Кейекбаев уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы юғары кимәлдә үтте, конференция һөҙөмтәләре айырым йыйынтыҡ булып донъя күрҙе, был саранан һәммәһе яңы көс, эшкә дәрт алып, рухланып таралышты.





Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры татарской и чувашской филологии Новости кафедры башкирской филологии



Наверх

Стерлитамакский филиал БашГУ