Йылайырҙа “Халҡым өсөн” район-ара бәйгеһе

4 апрелдә, Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы, Йылайыр ауылының Шәйхзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында халҡыбыҙҙың аҫыл улы, күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләүселәрҙең “Халҡым өсөн” район-ара бәйгеһе үтте. Бәйгелә Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан 7 йәштән алып 16 йәшкә тиклем 34 уҡыусы ҡатнашты. Быйыл 8-се тапҡыр уҙғарылған бәйге Урал аръяғы балалары һәм үҫмерҙәре өсөн әһәмиәтле әҙәби форумға әйләнде. Бәйге тәү сиратта, шағирҙың әҙәби мираҫын популярлаштырыуға һәм уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыуға, ватан тарихына һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелһә, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеккә ҡоролған “Мәктәп – юғары уҡыу йорто” инновацион проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәмм төрки филологияһы факультеты һәр йылдағыса бәйгене үткәреү өсөн ҙур өлөш индерҙе. 
Йылайыр ауылы Шәйхзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Ғансурина Регина Гран-при яуланы. Һабыр урта мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Атанғолова Алтынай (Йылайыр районы), Темәс урта мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Шәхморатова Рәзинә (Баймаҡ районы), Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 9 класс уҡыусыһы Айытҡолов Айтуған (Йылайыр районы), Оло Әбеш урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Ҡускилдинә Динә (Хәйбулла районы), Уфимка урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Сәитова Гөлнара (Хәйбулла районы) I дәрәжәләге Дипломға лайыҡ булдылар. 
Бәйгелә баһала комиссияһы составында эшләүсе башҡорт филологияһы кафедраһы доценттар Л.М. Хөсәйенова һәм Ф.Б. Ғәйнуллина Йылайыр районының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында сығарылыш уҡыусылары менән профориентация үткәрҙе, уҡыусыларға факультет һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тураһында һөйләне, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. 
Дөйөм алғанда, был сара бик фәһемле һәм файҙалы булды, шиғыр бәйгеһе зарури һәм ҡыҙыҡлы үтте. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың фекеренсә, Бабич шиғриәте илһам өҫтәй, балаларҙың ижад ҡомарын аса. Сәхнәләге һәр сығыш әҫәрҙе уҡыу ғына түгел, ә үҙенә күрә бәләкәй генә бер тамаша ла! Нәҡ ошо бәйге менән бәйле йылдан-йыл шағирҙың талантына ҡыҙыҡһыныу артыуын, сәнғәткә ғашиҡ булыусылар һаны ишәйеүен күрәбеҙ. Бабич шиғриәте уҡыусының күңел донъяһын байыта, уйландыра, фекерен үҫтерә. Шиғриәт байрамында ҡатнашыусыларҙы, уларҙың етәкселәрен уңышлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләһе конкурсҡа көтөп ҡалабыҙ!

Башҡорт филологияһы кафедраһы информацияһы буйынса

Новости факультета башкирской и тюркской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ