И.Кинйәбулатов ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл

 27 март көнө  Илдар Кинйәбулатов менән  осрашыу үтте. Ул башҡорт телен цифрлаштырыу менән шөғөлләнә, күптәребеҙ  ҡулланған башҡорт клавиатураһын эшләүсе, "Бәйләнештә" сайтын башҡорт теленә тәржемә итеүсе И. Кинйәбулатов сығышы менән Стәрлетамаҡ егете. Беренсе һөнәре буйынса дизайнер, Мәскәүҙә эшләгән, сит илдәрҙә стажировка үткән. Өфөгә 2013 йылда әйләнеп ҡайта, компьютер программалары менән актив шөғөлләнә башлай. Башҡорт теле клавиатураһы өҫтөндә эшләгәндә, тел менән бәйле проблемаларға иғтибар итә. Бөгөнгө көндә "Башҡорт проекттары" программаһын етәкләй, "Башҡорт халҡының үҫеш стратагияһы" координаторы. Илдар башҡорт телендә еңел аралаша, студенттар һәм уҡытыусылар менән матур, фәһемле әңгәмә ҡорҙо. 

Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ