Кейекбаев уҡыуҙары

Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусылары ҡалабыҙҙың 3-сө гимназияһында “ХI Кейекбаев уҡыуҙары” Республика фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Был сара Халыҡ-ара туған тел, яҙма әҙәбиәт һәм мәҙәниәт көнөнә арналды. Фәнни форумға республикабыҙҙың бик күп район-ҡалаларынан төрлө класс уҡыусыларының 110 ғилми-тикшеренеү эше ҡабул ителде. Эҙләнеүҙәрҙә профессор Ж.Ғ. Кейекбаевтың ғилми-педагогик һәм әҙәби мираҫы, юбиляр шәхестәрҙең эшмәкәрлеге һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллылғы темалары яҡтыртылды. Секцияларҙа сығыш яһап, юғары баһа алған эштәр Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты камиллаштырыу институты әҙерләгән дипломдар менән бүләкләнде.

Кейекбаев уҡыуҙары сиктәрендә уҡытыусыларҙың педагогик эш тәжрибәһенә таянып әҙерләнгән методик эштәр конкурсы ла үткәрелде, улар түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды.

Республика фәнни-ғәмәли конференцияһы материалдары айырым йыйынтыҡ булараҡ донъя күрҙе.

Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал БашГУ