Сығарылыш студенттары менән осрашыу 

Яңыраҡ үткән был сараның маҡсаты 5-се курс студенттарын уңышлы эшләүсе сығарылыш студенттары менән яҡындан таныштырыу һәм хәҙерге хеҙмәт баҙарында эшкә урынлашыу серҙәре менән уртаҡлашыу ине. 
Осрашыуға башҡорт филологияһы факультетында төрлө йылдарҙа уҡыған сығарылыш студенттары йыйылды. Бөгөнгө көндә улар төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөгән белгестәр булараҡ билдәле.
Бер осорҙа уҡыған филология фәндәре кандидаты, сәнғәт мәктәбе директоры Ғиззәтов Радик Ғафар улы, педагогия фәндәре кандидаты Аксулпанова Рәйсә Кинйәбай ҡыҙы, шәхси эшҡыуар - Биккинина Русалина Әмир ҡыҙы уҡыған йылдарын иҫкә төшөрөп, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар студент йылдары тормоштоң иң сағыу һәм бәхетле саҡ булыуы тураһында әйттеләр. Улар студенттарға барлыҡ көстө һәм иғтибарҙы уҡыуға йүнәлтергә, тырышып белем тауына үрләргә, был данлыҡлы уҡыу йортоноң бәҫен төшөрмәҫкә, оло юлда ҙур кеше булырға өндәнеләр, үҙҙәренең кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре менән бүлештеләр. 
Ғималова Гөлнар Рим ҡыҙы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу - уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, уҡытыусы – белем биреүсе һөнәр генә түгел, шәхес ижад итеүсе, кешелә кешене раҫлаусы юғары миссия булыуы тураһында һөйләне. 
Күп функциялы үҙәктең (МФЦ) етәксеһе вазифаһын үтәгән Колһарина Рита Сәрейәр ҡыҙы төрлө өлкәләрҙә белемле, компетентлы булыу кәрәклеге тураһында әйтте. 
Яңыраҡ ҡына Әрме хеҙмәтен бик уңышлы үтәп ҡайтып, бөгөн эске эштәр бүлегенең кесе инспекторы вазифаһын үтәгән Гайсин Рөстәм ришат улы ла студенттарға тырышып уҡыуҙарын һәм тормошта һәр кемгә үҙ урындарын табыуҙарын теләне. 
Студенттар ҙа ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Әңгәмә бик ҡыҙыу барҙы. 
Сара барыһында ла бик оҡшаны, йылы тәҫьораттар ҡалдырҙы. Сығарылыш студенттары күтәренке кәйеф, киләсәккә ҙур өмөттәр менән таралыштылар!

Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры татарской и чувашской филологии Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ