Факультет тарихы

Физика-математика факультетының барлыҡҡа килеү тарихы 1940 йылдарҙан, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының (СУИ) ике бүлеге: физика-математика һәм филология (рус теле һәм әҙәбиәте) составында асылған осоронан башлана. Думаев Сәләх Ғизетдин улы СУИ-ның тәүге директоры була.

1954 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институты Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты (СДПИ) итеп үҙгәртелә. Тарих фәндәре кандидаты Кинйәбулатов Хәйретдин Бәҙретдин улы тәүге ректоры була. Ошо уҡ йылда уҡытыусылар институның СДПИ-ға әйләнеүенә бәйле математика һәм физика кафедраһы ике кафедраға бүленә: математика һәм физика. Ибраһимов Камил Шакир улы факультеттың тәүге деканы була. 1956-1958 йылдарҙа физика-математика факультетының деканы булып Безбородников Михаил Федорович эшләй. 1958-59 йылдарҙа физика-математика факультетының деканы вазифаһын Павлов Петр Павлович башҡара. 

1963 йылдан 1969 йылға тиклем факультеттың деканы булып Степанов Виктор Данилович эшләй. 1960-1962 йылдарҙа математика кафедраһы менән Александр Устинович Пайвин етәкселек итә. Артабан математика кафедраһы мөдире булып Якунин Павел Федотович эшләй. 1965-1970 йылдарҙа математика кафедраһы мөдире булып Менхин Давид Евхонович эшләй. Физика кафедраһының тәүге мөдире – физика-математика фәндәре кандидаты, доцент М.М.Фарзетдинов. Артабан физика кафедраһы мөдирҙәре булып фән кандидаттары В.Н. Каравайников, А.Н. Светицкий, Н.А. Швецова, М.Ғ. Хәмиҙуллиндар эшләй.

1971 йылда физика-математика фәндәре кандидаты Л.Х.Хәмитов математика кафедраһы мөдире була, ә 1976 йылда математика кафедраһы алгебра һәм геометрия кафедраһына һәм математик анализ кафедраһына бүленә. Алгебра һәм геометрия кафедраһына Рафикова Фидая Миңғәзи ҡыҙы етәкселек итә. Математик анализ кафедраһын педагогия фәндәре кандидаты, доцент Степанов Виктор Данилович етәкләй. 70-се йылдарҙың уртаһынан факультетта 4 кафедра эшләй башлай: дөйөм физика, теоретик физика, алгебра һәм геометрия, математик анализ. Ҡаты есемдәр физикаһы, аша үткәреүсәнлек күренешен, дифференциаль һәм интеграль тигеҙләмәләрҙе, балдаҡ теорияһы һәм математик логиканы, һандарҙың аналитик теорияһын һәм комплекслы үҙгәреүсәнлек функциялары теорияһын, физика һәм математиканы уҡытыу методикаһын, педагогика һәм психологияны өйрәнеү буйынса тығыҙ ғилми-эҙләнеү эштәре алып барыла. Был йылдарҙа физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Ҡорбан Әхмәт улы Ғөбәйҙуллин факультеттың деканы була. Ҡ.Ә.Ғөбәйҙуллиндан һуң физика-математика деканы булып Е.А.Коркин, Ф.М.Рафиҡова (1983-87 йй.), Б.К.Ғәлиндар эшләй. 

1992 йылдан 2007 йылға тиклем физика-математика факультетының деканы физика-математика фәндәре докторы, профессор К.Б.Сабитов була.

1994 йылда өс йүнәлеш буйынса аспирантура асыла: 01.01.02 – дифференциаль тигеҙләмәләр; 01.02.05 –шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы; 01.04.15 – молекуляр физика һәм теплофизика. 2003 йылдан 2007 йылға тиклем факультетта кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса түбәндәге йүнәлештәр буйынса махсуслаштырылған К 212.315.01 советы эшләй: 01.01.02 - дифференциаль тигеҙләмәләр һәм 05.13.18 – математик модель әҙерләү, һанлы методтар, программалар комплексы (диссертацион совет рәйесе – физика-математика фәндәре докторы, профессор К.Б.Сабитов). 2004 йылда дәүләт аккредитацияһы һөҙөмтәһендә СДПИ СДПА-ға әйләнә. 2007 йылдың ноябренән 2011 йылдың майына тиклем физика-математика факультетының деканы (директоры) булып физика-математика фәндәре докторы, профессор Ибраһим Әҙиәт улы Кәлиев эшләй. 

Кәлиев И.Ә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына РФА-ның М.А.Лаврентьев исемендәге Новосибирск гидродинамикалар институтынан эшкә саҡырыла, 2002 йылдың ғинуарынан математик анализ кафедраһында эшләй. 2002 йылдың октябрендә математик анализ кафедраһының профессор вазифаһына һайлана, 2003 йылдың декабрендә – математик анализ кафедраһының мөдире, 2007 йылдың декабрендә СДПА-ның физика-математика факультеты деканы булып һайлана. 2011 йылдың майынан бөгөнгө көнгә тиклем физика-математика факультетының деканы булып физика-математика фәндәре докторы, профессор Светлана Анатольевна Мостафина эшләй. 

Факультеттың эшләү осоронда 10 меңдән ашыу белгес әҙерләнә, математика, физика һәм информатика уҡытыусылары. 200-ҙән ашыу сығарылыш студенттар ғалим булып китәләр, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлайҙар, төрлө ғилми-тикшеренеү институттарында һәм Рәсәй вуздарында эшләйҙәр. Физика-математика сығарылыш студенттары Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының төбәктәрендәге бөтә мәктәптәрҙә лә эшләйҙәр. Уларҙың күбеһе илдә билдәле уҡытыусылар, үҙ эштәренең маһирҙары (БР һәм РФ-ның атҡаҙанған уҡытыусылары Р.Ш. Миңлебаев, Р.Р. Тажиев, О.П. Вяхирева, Р.Г. Кондратьева и һәм башҡалар), БР-ның көньяҡ төбәге ҡала һәм район мәғариф бүлеге етәкселәре (Р.Ю. Кәримов – Стәрлетамаҡ районы; Н.М. Баһауетдинов – Стәрлебаш районы; п.ф.к. Нагаев В.С. – Ауырғазы районы; Ҡалмурзин Г.З. – Ғафури районы һ.б.), күренекле ғалимдар (БР ФА-ның ағза-корр., т.ф.д., профессор В.Т. Иванов; ф.-м.ф.д., профессор Максимочкин Г.И., ф.-м.ф.д., профессор Аншаков О.М., ф.-м.ф.д., профессор Р.Ф. Маликов, п.ф.д., профессор С.Д. Чуркин; п.ф.д., профессор Х.Х. Баймурзин һ.б.), билдәле етәкселәр (БР-ның Президент администрацияһының элекке башлығы И.А. Ғәбитов; ф.-м.ф.к., СДПИ ректоры М.Ғ. Хәмиҙуллин; “Сода” АЙ-ның баш инженеры т.ф.к. А.В. Воронин; БР ФА-ның ғәмәли тикшеренеүҙәр институты директоры, БР ФА-ның ағза-корр. Сабитов К.Б., Ауырғазы районы администрация башлығы Ишемғолов М.Б., Күгәрсен районы администрация башлығы Мәзитов Р.Г., Хәйбулла районы администрация башлығы Арыҫланов Р.И.; Стәрлетамаҡ ҡалаһаның педагогия колледжы директоры урынбаҫары Ғ.Л. Хәйетҡолов, Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһы администрация башлығы урынбаҫары Иҫәнов З.З., Архангель районы администрация башлығы урынбаҫары Девицский А.А.; Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһы администрацияһының элекке башлығы, хәҙер Күмертау ҡалаһының электрселтәрҙәре генераль директоры Әлибаев А.А., Стәрлетамаҡ ҡалаһының ФСБ начальнигы, полковник Хәкимов М.Н., Таджикстандағы РФ-ның илселеге хәрби атташеһы, ФСБ полковнигы Кинйәбулатов Г.Г. һ.б.).

Физика-математика факультеты үҙенең эшләү осоронда сығарылыш курсы студенттары иҫәбе, ғилми кадрҙарҙың сифаты, ғилми тикшеренеүҙәрҙең юғары һөҙөмтәләре буйынса РФ-ның педагогия вуздары араһында иң ҙур факультеттарҙың береһе булып тора. ФМФ-ның үҫеш өсөн яҡшы мөмкинлектәре бар: университет профиле буйынса студент һәм магистрҙар әҙерләү буйынса яңы йүнәлештәр асыу планлаштырыла.

Наверх

Стерлитамакский филиал БашГУ