Күмертау kалаһындағы белем усағы

30 ноябрь башkорт филологияһы кафедраһы доценттары М.С. Арыçланова һәм С.Х. Әғзәмова 3-сө һанлы республика башkорт гимназия-интернатында (Күмертау k.) уkыусылар фәнни-ғәмәли конференцияһында kатнашты. Сара быйылғы йыл республикала иғлан ителгән экология һәм махсус һаkланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналды. Уkыусылар фәнгә тәүге генә азымдарын яһауға kарамаçтан, уларзың сығыштары яңылығы һәм актуаллеге менән айырылып торзо. Сараның азағында бүләкләү һәм күмәкләп фотоға төшөү ойошторолдо.
Гимназия-интернатта факультетты тамамлаған уkытыусылар Филүзә Рәжәбовна, Гөлнур Насиповна, Земфира Ирековна, Фәнил Фәһимович ең һызғанып эшләйзәр. 11 А класының етәксеһе Гөлнур Насиповна әйтеүенсә, сығарылыш класс уkыусылары араһында башkорт һәм төрки филологияһы факультетына уkырға килергә теләүселәр бар. Улар менән осрашыу ойошторолдо, факультет тормошо, белгеслек йүнәлештәре буйынса мәғлүмәт бирелде, уkыусылар анкета тултырзылар, борсоған һораузарға тулы яуап алдылар.









Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры татарской и чувашской филологии Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ