11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө!

9 октябрҙә башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында Республика көнөнә арналған тәрбиәүи сара үтте. 1-3 курс студенттары Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған фәнни сығыштар тыңланы, республикаға бағышланған шиғырҙарҙы яттан һөйләне, викторинала ҡатнашты. Республика көнөн 1991 йылдан башлап билдәләйҙәр, был көн − Башҡортостан халҡы өсөн ҙур байрам. Студенттар гимн, флаг, герб тураһында фәһемле итеп сығыш яһанылар. Сентябрь аҙағында Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында үткән конференцияла фуррор яһаған БһТФФ студенттары әҙерләгән Башҡортостан Республикаһы тураһындағы видеоролик менән таныштылар. Сараны фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары Л.М. Хөсәйенова, 2 курс тьюторы С.Х. Әғзәмова, 1 курс кураторы М.С. Арыҫланова ойошторҙо. Фәттәхова Алһыу менән Түләшева Зөбилә сараны йәмләп, матур итеп алып барҙылар. Студенттар тыуған республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, дәрт алып таралыштылар.







Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ