Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинарға йыйылды

Ошо көндәрҙә башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында “Башҡорт телен уҡытыуҙың актуаль мәсьәләләре” темаһына ғилми-методик семинар уҙғарылды. Семинарҙың төп маҡсаты – мәктәп һәм юғары уҡыу йорто араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, системалаштырыу.

Сарала “Яңы стандарт талаптары буйынса уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу” курсы етәксеһе филология фәндәре докторы, профессор З.И. Сәләхова уҡыу-уҡытыу эштәренә ҡуйылған ФГОС һәм заман талаптары, мәктәп-вуз, вуз-мәктәп берҙәмлегенең мөһимлеге тураһында һөйләне.

Инновацион майҙансыҡ етәксеһе педагогия фәндәре кандидаты Ғәйнуллина Филүзә Батыр ҡыҙы майҙансыҡтың маҡсаты һәм бурыстары, эш планы менән таныштырҙы, уның йүнәлештәрен билдәләне. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү буйынса яңы технологиялар индереү, уҡыусыларҙың белем кимәлен заманса баһалау сараларын өйрәнеү һәм ҡулланыу мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшергә, тәжрибә уртаҡлашырға саҡырҙы.

Педагогия фәндәре кандидаты Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙы үҙенең педагогик эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, уҡытыусыларға урынлы кәңәш бирҙе.

Сарала Стәрлебаш, Федоровка райондарынан килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алдылар һәм семинарҙың эшен юғары баһалап, киләсәктә хеҙмәттәшлек итеүҙе ошо форматта дауам итергә тәҡдим иттеләр.

Семинарҙа ҡатнашыусылар башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты һәм башҡорт филологияһы кафедраһы етәкселегенә, коллективҡа рәхмәт белдерҙеләр.

Новости кафедры башкирского языка



Наверх

Стерлитамакский филиал БашГУ