Уҡыусылар менән профориентация эше

28 сентябрҙә башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында мәктәп уҡыусылары менән осрашыу үтте. Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт урта мәктәбенең 7-се һәм 10-сы класс уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, беҙҙең вуздың элекке сығарылыш студенты Айҙарова Розалия Әхмәҙи ҡыҙы һәм Абдуллина Гөлгөнә Юнир ҡыҙы алып килде. Осрашыу программаһы бай булды: уҡыусыларҙы иң элек факультеттың деканы Р.Х. Илишева сәләмләне, артабан уларға Зәйнәб Биишева музейында И.Т. Дилмөхәмәтов экскурсия үткәрҙе. Вуз, беҙҙең факультет тураһында тулы мәғлүмәт менән С.Х. Әғзәмова таныштырҙы. Башҡорт филологияһы кафедраһында уҡыусылар профессор З.И. Сәләхова менән әңгәмәләште. Ҡунаҡтарға уҡыу йортоноң аудиториялары, лекцион залдары, тамаша залы, китапхана, спорт залы, ашхана шулай уҡ бик оҡшаны. Уҡыусыларҙың фекеренсә, бындай осрашыуҙар бик кәрәк, сөнки улар – буласаҡ студенттар. 


Стәрлетамаҡ буйынса буйынса экскурсия, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында М.Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса ҡуйылған спекталде ҡарау, спектаклдән һуң М.Кәримдең ҡыҙы Әлфиә апайҙың сығышын тыңлау уҡыусылар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. 


Был сараны ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн уҡыусылар факультеттың етәкселегенә, шулай уҡ уларҙы оҙатып йөрөүселәргә - Л.М. Хөсәйеноваға, 3 курс студенты Рәфис Ҡуйбағаровҡа рәхмәт һүҙҙәре әйттеләр.  

Новости факультета башкирской и тюркской филологии Новости кафедры башкирской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ