Сигеү, бәйләү (энә, ырғаҡ менән) буйынса оҫталыҡ дәрестәренә саҡырабыҙ!

Бөгөн халҡыбыҙҙың матур традициялары яңынан тергеҙелә, байрамдар, туйҙар милли йолаларыбыҙға ярашлы уҙғарыла. Йәшәгән йортоңдо арзанлы шаҡы-шоҡо менән тултырыу урынына үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған эксклюзив әйберҙәр менән биҙәү уны зауыҡлы, ҡотло итә! Һөнәрленең ҡулы ете! Республикала туристик бизнес үҫеш алды, ә беҙҙә уларға тәҡдим итерлек сувенир продукция юҡ. Баҙар иҡтисадының был өлкәһе һеҙҙең тегеү-сигеү оҫтаханаһы (мастерская), шәхси бизнес асҡанығыҙҙы көтә!
Ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә, һөнәргә өйрәнергә саҡырабыҙ. Киләсәктә милли кейем өлгөләре (селтәр эшләү, балаҫ һуғыу) дәрестәре лә буласаҡ. 
Ҡул эштәренә өйрәнергә теләүселәрҙең барыһын да (башҡорт, татар, сыуаш бүлектәре) филология фәндәре докторы, проф. Р.Ә. Әбүталипованың оҫталыҡ дәрестәренә саҡырабыҙ. 
Дәрестәр бушлай, айына бер тапҡыр 2-шәр сәғәт уҙғарыла. 15 октябрҙән һуң башлана. Төп уҡыу корпусы, 216-сы кабинетта йәки ошо электрон адрес буйынса: rabutalipova@mail.ru алдан яҙылыу кәрәк. 
Белешмә өсөн телефондар: 8 927 962 0405; 8 987 045 0837, Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы.
Рәхим итегеҙ!

Новости факультета башкирской и тюркской филологии



Наверх

Стерлитамакский филиал БашГУ