Стәрлетамаҡта театр төнө

Стәрлетамаҡ студенттар ҡалаһы булыу менән бер рәттән театрҙар ҡалаһы ла. Бында башҡорт драма һәм урыҫ дәүләт театрҙары актив эшләп килә. 12 сентябрҙә театр көнө һәм төнө билдәләнде. Төш көнө театр троллейбусы (16-сы маршрут) был сараны башлап ебәрһә, башдрамтеатрҙа 16.00 сәғәттә билдәле драматург Ф.Бүләковтың пьесаларын уҡыу ойошторолдо. Тәүге әҫәр «Эвтаназия» йәштәр аудиторияһын йәлеп итһә, сәғәт 19.00 «Әбейҙәргә ни етмәй?!» әҫәре урта быуын өсөн ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты уҡытыусылары һәм студенттары уҡыуҙарҙы тыңланы, үҙ фекерҙәрен белдерҙе, һорауҙар бирҙе, теләктәрен еткерҙе. Оло быуынға етмәгән йылы мөнәсәбәттәр тураһында фекерҙәргә ихлас ҡушылды йәштәр. Артистар тамашасыларҙы октябрь башында буласаҡ премьераға саҡырҙы. 1-2 курс студенттары (куратор Арыҫланова М.С.) менән 3-4 курстар (тьютор Аҡҡужина Ф.Ә.) театр төнөнән илһам алып таралыштылар.
        






Новости факультета башкирской и тюркской филологии


Последние новости

Анонсы


Наверх

Стерлитамакский филиал УУНиТ