Кафедра башкирской литературы

Адрес: 453103, г. Стерлитамак, Проспект Ленина, 49, каб.218

Режим работы: понедельник – пятница с 8.15 ч. до 16.15 ч.,

суббота с 8.15 до 13.15 ч., обед с 12.15 до 13.15 ч.

Новости О кафедре Состав кафедры Дисциплины, преподаваемые на кафедре Научная работа кафедры Международные отношения

Новости

Театрға культпоход

8 февраль көнө Салауат дәүләт башҡорт драма театры Стәрлетамаҡ тамашасыларына «Эх, Өфө ҡыҙҙары!» музыкаль комедияһын тәҡдим итте. Башҡорт филологияһы факультетының 1-4 курс студенттары тәрән патриотизм рухлы был тамашаны ихлас ҡаранылар. Һуғыш, тыуған ил, мөхәббәт тураһында матур йырҙар яңғыраны, комедия геройҙары – летчиктар, зенитсы ҡыҙҙарҙың киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡарауы тамашасыларға ыңғай тәьҫир итте. Студенттар тарихи үткәндәр менән танышты, рухи тәрбиә алды.

NnJB1z7GL18jT886KT5AF0C7GCjE7tHls1c8eU5FbtVQ

 

hello_html_m71f95989

 Хөрмәтле уҡытыусылар һәм студенттар!

Беҙ фән донъяһы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ, көндәлек тормошта ла фәнни асыштар биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланабыҙ. Фән – ул киләсәк, уның  менән ҡыҙыҡһыныу, төрлө асыштар эшләү беҙҙе алға әйҙәй. Башҡорт филологияһы факультетында фән юлына тәүге аҙымдар эшләүсе студенттар уҡый, ғүмерен фән менән тығыҙ бәйләгән ғалимдар эшләй.

Фәнде үҫтерәйек, киләсәк асыштарға фәнни ҡомарыбыҙ һүнмәһен! Һеҙҙе Рәсәй фәне көнө менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!

Хөрмәтле башҡорт филологияһы факультеты студенттары!

 

с Днём студента

 

Студент саҡ – кеше ғүмеренең иң сағыу мәлдәренең береһе. 25 ғинуар – студенттар көнө. Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлай! Алдағы тормошоғоҙҙа ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, фән тауын артылғанда тырышлыҡ һәм түҙемлек, саф мөхәббәт, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

 

Төрки филологияһының актуаль мәсьәләләре

утяев сборник«Төрки филологияһының актуаль мәсьәләләре» исемле Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы материалдары йыйынтығы донъя күрҙе. Быйыл конференция Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Рәсәй киноһы йылына бағышланған ине. Төрки филологияһының төрлө аспекттарын үҙ эсенә алған ғилми мәҡәләләрҙең авторҙары булып Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары белгестәре генә түгел, ә Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре һәм Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан ғалимдары ла сығыш яһаны. Шуныһы ҡыуаныслы: мәҡәләләр йыйынтығында абруйлы ғалимдар менән бер рәттән фәндә тәүге аҙым яһаусы йәш белгестәрҙең дә эштәре урын алды, сөнки тап улар өсөн конференция, беренсе сиратта, фәнни асыштары менән бүлешеү, фекер алышыу мөмкинлеге бирә. Йыйынтыҡҡа тупланған материалдар төрки филологияһының көнүҙәк мәсьәләләрен артабан өйрәнеүҙә лә етди сығанаҡ булып торор, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Башҡорт филологияһы факультеты

 

 

 

Аспирант СФ БашГУ приняла участие в Международной научно-практической конференции на базе РУДН

1718 ноября 2016 года на базе РУДН прошла Международная научно-практическая конференция «Современные проблемы тюркологии: язык – литература – культура», цель которой – актуализация исследовательской проблематики с учётом новейших научных работ, понимание тюркологии как междисциплинарной и комплексной отрасли знания, расширение профессиональных связей тюркологов.

В  работе конференции участвовали представители из Университета Индиана (США), Республик Азербайджан, Казахстан, Узбекистан, Киргизия, Тыва, Горный Алтай и др.  Стерлитамакский филиал БашГУ представляла аспирант кафедры башкирского языка Хафизова З.Р. (научный руководитель – д.ф.н., проф. Абдуллина Г.Р.), которая выступила с докладом «Религиозная и мифологическая лексики: к вопросу разграничения». В рамках конференции прошли интересные встречи, направленные на осмысление и обсуждение актуальных вопросов тюркологии. Участники конференции отметили, что насущными задачами тюркологической науки становятся всестороннее развитие меж-, мульти- и трансдисциплинарных исследований, преодоление ограничений национальных, культурных, языковых и академических форм знания и переосмысление традиционного инструментария филологии и других гуманитарных наук.

 

фото.Хафизова.РУДНобщая фотография.РУДН

Поздравляем!

Студентку 4 курса гр. БРЯ 41 Махмутову Зульфию (науч. рук. – проф. Саляхова З.И.) с победой в региональном туре Всероссийской олимпиады школьников и студентов по государственным языкам республик РФ под эгидой русского языка и награждением дипломом Министерства образования Республики Башкортостан.

цветы

Желаем дальнейших успехов в учебе и научной работе

Яҙыусы  Гөлнур Яҡупова менән осрашыу

26 апрелдә А.Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә  матур ваҡиға – танылған әҙибә Гөлнур Яҡупова менән осрашыу үтте. Осрашыуҙа БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары  һәм студенттары, китапханасылар, китап уҡыусылар, ағинәйҙәр ҡатнашты.

Гөлнур Яҡупова – хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен билдәләүсе әҙиптәрҙең береһе. Ул поэзия һәм проза өлкәһендә берҙәй емешле эшләп, үҙ уҡыусыларын тапҡан. Бөгөн яҙыусы – 17 китап авторы. “Өмөтлө ҡәләм” конкурсын ойоштороп, һәләтле балаларҙы табыу, уларға киләсәккә ҡанат ҡуйыу яғынан да  Г. Яҡупованың эшмәкәрлеге әһәмиәтле.    

Гөлнур Яҡупова ижады башҡорт филологияһы факультетында 5 курста өйрәнелә. Әҙибәнең үҙе менән аралашыу, уның әҫәрҙәренең яҙылыу тарихы, прототиптары яҙмышы, яҙыусының ижад лабораторияһы серҙәре менән танышыу, һорауҙарға яуаптар алыу студенттар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булды. Гөлнур Яҡупованың уҡыған шиғырҙары, “Төш юрау китабы”, “Ҡыҙыл китап аманаты” тураһында белешмәләр, китап уҡыусылар араһында киң танылыу тапҡан “Йыртҡыс ҡаны” повесы,  “Ҡатындар” трилогияһы хаҡында сығыштары тормош дәресен бирҙе.   

Осрашыуҙа шулай уҡ БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, доцент Илишева Р.Х., башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Р.Х. Фәтҡуллина,  Стәрлетамаҡ ҡала китапханалар селтәре директоры Ә.Р.Әсфәндиәрова  сығыш яһаны. Башҡорт филологияһы факультетынының 4–се курс студенты Мусина Руфина үҙенең сығышында “Ҡатындар” трилогияһы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ Гөлнур Яҡупованың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын Вәсилә Халиҡова башҡарҙы.

 Фәһемле осрашыу өсөн яҙыусы Гөлнур Яҡуповаға, сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ.

1 2 3 4 5 6

“Стәрлетамаҡтың әҙәби йылъяҙмаһы” китабының исем туйы

22 апрель башҡорт филологияһы факультетында “Стәрлетамаҡтың әҙәби йылъяҙмаһы" китабының исем туйы уҙҙы. Беҙҙең вуз һәм ҡала тарихын бәйләүсе был проект БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 250 йыллығына, үҙебеҙҙең уҡыу йортоноң 75 йыллығына арналған хеҙмәт йөкмәткеһе буйынса күп яҡлы.

Йыйынтыҡтың ҡиммәтен, тәү сиратта, беҙҙең вузды тамамлаған башҡорт әҙиптәренең хәтирәләре билдәләй: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Кәбир Аҡбашев, Рауил Шаммас, Хәйҙәр Тапаҡов,  Рәлиф Кинйәбаев, Нияз Сәлимов, Азамат Юлдашбаев,  Флүр Ғәлимов, шағирҙар Әнисә Таһирова,  Тамара Ғәниева, Рәмзәнә Абуталипова, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Мәрйәм Күсмәева,   Сулпан Миңлебаева, Римма Ғәлимова,  Рита Фәтҡуллина, Розалия Зарипова китаптың тәүге бүлегендә ҡыҙыҡлы иҫтәлектәр менән бүлешә. Уларҙа – заман һулышы, яҙыусыларҙың йәшлек эҙҙәре, оло юлға уларҙы алып сыҡҡан һуҡмаҡтар. Сара барышында хәтирәләрҙән өҙөктәрҙе кисәне алып барыусы башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире, доцент Р.Х. Фәтҡуллина еткерҙе. Яҙыусылар исеменән утыҙ йылға яҡын ғүмерен беҙҙең вузға бағышлаған шағирә, балалар яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипова сығыш яһаны, студенттарға үҙенең ижад емештәрен уҡыны.

Йыйынтыҡта беҙҙең вузда оҙаҡ йылдар башҡорт әҙәбиәтен уҡытҡан,   әҙәбиәт ғилеме проблемаларын өйрәнеүгә ғүмер буйы фиҙаҡәр хеҙмәт иткән шәхестәр хаҡында мәҡәләләр урын алған. Улар араһында Уҡытыусылар институты дәүерендә уҡытҡан яҙыусы-уҡытыусы Хәким Ғиләжев, Абдулла Баязитов, педагогия фәндәре кандидаты, профессор Б.Б. Ғафаров, филология фәндәре кандидаты, доцент И.Ғ. Вәлитов, киң билдәле фольклорсы-ғалимдар, филология фәндәре докторҙары Салауат Галин, Фәнүзә Нәҙершина, бөгөнгө быуын уҡытыусылар хаҡында бай мәғлүмәттәр тупланған.

Китаптың исем туйында сығыш яһаусы БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, доцент Р.Х. Илишева: “Вуз тарихын тәү сиратта шәхестәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте билдәләй”, – тине.

Китаптың ҡиммәте шулай уҡ –  яҙмышы беҙҙең вуз менән бәйле яҙыусыларҙың ижадын фәнни яҡтан өйрәнеүҙә. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырып, проектта актив ҡатнашҡан башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт теле кафедраһы ғалимдарына, Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө һанлы гимназия уҡытыусыларына, билдәле тәнҡитсе, доцент З.А.Әлибаевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Презентацияла  башҡорт теле кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Л.М. Хөсәйенова, филология фәндәре кандидаты, доцент Л.Р. Кирәева, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Ф.Ә. Аҡҡужина һүҙ алды. Улар сығыштарында беҙҙең вуздың башҡорт әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны, әҙәбиәт һәм тел бәйләнеше, яҙыусылар ижадын мәктәптә өйрәнеү мәсьәләләре сағылыш тапты.

Йыйынтыҡтың мөһим үҙенсәлеге – дәүерҙәрҙең һәм быуындарҙың бәйләнешен күрһәтеү, “Ашҡаҙар” әҙәби-ижад түңәрәгенең үткәнен һәм бөгөнгөһөн осраштырыу. Факультетта үткән әҙәби кисәләрҙең тарихына мөрәжәғәт итеү ҙә ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә.

Бөгөнгө “Ашҡаҙар”ҙар араһында ла лайыҡлы алмаш үҫеп килә. Китаптың аҙаҡҡы бүлегендә студенттар ижады урын алды. Үҙҙәренең тәүге ижад емештәрен тәҡдим итеү менән бергә, улар бер-береһенең асыштары тураһында үҙ фекерҙәрен әйтте. Китаптың исем туйында йәш быуын исеменән “Ашҡаҙар” түңәрәге ағзалары сығыш яһаны.

Ғөмүмән, “”Стәрлетамаҡтың әҙәби йылъяҙмаһы” китабы вуз, ҡала  һәм башҡорт әҙәбиәте тарихын яҡтыртыуға үҙ өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ. Китапты сығарыуға финанс ярҙамы күрһәткән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, башҡорт филологияһы факультеты  етәкселегенә, проектта ҡатнашҡан яҙыусыларға, ғалимдарға, уҡытыусыларға, студенттарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләсәктә уңыштар теләйбеҙ.

 IMG_7625 IMG_7626 IMG_7634 IMG_7650 Фаткуллина Летопись1

 

Матбуғат һәм беҙ

5 апрелдә  башҡорт филологияһы факультетында публицистик текстар менән эшләү мәсьәләләрен ҡараған фәнни-практик семинар булып үтте. Матбуғаттың һәм киң мәғлүмәт сараларының йәмғиәттәге урыны, уларҙың үҫеш үҙенсәлектәре, замандың баҫмаларға ҡуйған талаптары тураһында булды һөйләшеү. Ысынлап та, көнүҙәк проблемаларҙы, бөгөнгө йәшәйеште яҡтыртыу, халыҡтың актив тормош позицияһын сағылдырыу яғынан гәзит-журналдар ҙур роль уйнай. Шул уҡ ваҡытта матбуғат –  халыҡтың фекер алышыу майҙаны ла, үҫеш сығанағы ла. Семинарҙа студенттар менән ошо мәсьәләләр хаҡында фекер алышҡандан һуң, сараның теоретик өлөшөн алып барыусы, башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире Р.Х.Фәтҡуллина студенттарға публицистик жанрҙар, гәзит-журналдарға текстарҙы әҙерләү тураһында лекция тәҡдим итте.

Сараның икенсе өлөшө практик йүнәлештә планлаштырылғайны. Унда төп һүҙҙе саҡырылған ҡунаҡтар – “Ашҡаҙар” ҡала гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Әбдрәхим ҡыҙы Дәүләтйәрова һәм хәбәрсе Элдар Фәттахов алды.  Әйткәндәй, журналистарҙың икеһе лә беҙҙең башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Гөлнур Дәүләтйәрова сығышында гәзит редакцияһы эшмәкәрлеген ойоштороу, гәзит материалдарын нисек баҫмаға әҙерләү, авторҙар менән нисек эшләү, журналист оҫталығы серҙәре яҡтыртылды. 2012 йылғы сығарылыш студентыбыҙ, йәш журналист Элдар Фәттахов журналистың эш шарттары, был профессияның ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы яҡтары, заман һәм йәмғиәт алдында уның яуаплылығы тураһында һөйләне.

Семинар киләсәктә студенттарҙы матбуғатҡа нығыраҡ яҡынайтыр, улар араһынан да, сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтар кеүек, көслө журналистар сығыр, тип ышанабыҙ.

Башҡорт филологияһы факультеты деканаты, башҡорт әҙәбиәте кафедраһы 

IMG_5604 IMG_5623

«ПОЭТИК ЯҘ – 2016» флешмоб-эстафетаһы

img_39484 апрелдә башҡорт филологияһы факультетында «Поэтик яҙ – 2016» флешмоб-эстафетаһының  йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булып үтте.  

читать далее

О кафедре

Кафедра башкирской литературы была основана в 2004 году. Исполняет обязанности заведующего кафедрой кандидат филологических наук, доцент Рита Харисовна Фаткуллина.

Являясь одной из выпускающих, кафедра башкирской литературы отвечает за подготовку высококвалифицированных специалистов по башкирской литературе, обеспечивает преподавание истории и теории башкирской литературы, методики ее преподавания, башкирского фольклора, детской литературы, литературы тюркских народов, литературного краеведения, культуры Башкортостана на дневном и заочном отделениях факультета.

На кафедре работают кандидат филологических наук, доцент Р.Х. Илишева, кандидат  педагогических наук, доцент Ф.А. Аккужина, кандидат филологических наук, доцент Л.Р. Киреева, кандидат филологических наук, старший преподаватель А.Ф. Утяев, старший преподаватель  И.Т.Дильмухаметов,  ассистент Р.Ш. Яхина.

Кафедра башкирской литературы  уделяет большое внимание работе с одаренными студентами. Предметом ее особой гордости является  литературно-творческое объединение «Ашкадар», которое имеет давние традиции. Данный кружок  был основан Х.Гиляжевым в 50-х годах прошлого столетия. Многие бывшие кружковцы впоследствии были приняты в члены Союза писателей РБ и РФ, стали учеными-филологами, журналистами.

В 2009 году силами руководства вуза и кафедры башкирской литературы был открыт кабинет-музей народного писателя Зайнаб Биишевой. В организации музея также активно участвовали родные и близкие писателя, ее современники. На выставках представлены воспоминания родных, соратников по перу, учителей, материалы по изучению духовного и педагогического наследия писателя, в том числе исследовательские работы студентов вуза по изучению творчества Зайнаб Биишевой.

Члены кафедры башкирской литературы проводят литературные вечера, посвященные творчеству поэтов и писателей Башкортостана, организуют встречи с видными деятелями искусства, викторины, творческие конкурсы, олимпиады.

 Состав кафедры

 

utaev_0 Зав. кафедрой башкирской литературы:
кандидат филологических наук, доцент
Утяев Айнур Фанисович
Email: Aynurut@mail.ru
   fatkullina Доцент:
кандидат филологических наук
Фаткуллина Рита Харисовна
Email: fatkullina.rita@yandex.ru
ilisheva Доцент:
кандидат филологических наук
Илишева Райса Хакимовна
Email: R-hakimovna@yandex.ru
kireeva Доцент:
кандидат филологических наук
Киреева Луиза Рифовна
Email: Luiza.kireewa@yandex.ru
  akkuzina Доцент:
кандидат педагогических наук.
Аккужина Фаурия Ахтямовна
Email: faurya@yandex.ru
  dilmuhametov1 Старший преподаватель:
Дильмухаметов Ильнур Тимерханович
Email: ilnur204@mail.ru

Дисциплины, преподаваемые на кафедре

  1. История башкирской литературы
  2. Теория литературы и поэтика
  3. Литературное краеведение
  4. Фольклор башкирского народа
  5. Литература родственных  (тюркских) народов
  6. Выразительное чтение
  7. Теория и методика обучения родной (башкирской) литературе
  8. История литературной критики;
  9. История культуры родного (башкирского) народа
  10. Актуальные проблемы башкирской литературы
  11. Детская (башкирская) литература
  12. Литературоведческий анализ художественного текста
  13. Компьютерные технологии на уроках башкирской литературы
  14.  Вопросы поэтики башкирской литературы
  15. Спецкурс «Проблемы развития башкирской исторической прозы»
  16.  Спецкурс «Современная башкирская литература»
  17. Спецкурс «Особенности преподавания башкирской литературы в школе»

Научная работа кафедры

Теоретические проблемы башкирского и общего языкознания, литературоведения в полилингвальном пространстве (код ГРНТИ 16.21.07, 16.31.41, 17.01.00); Методология и методика высшего профессионального и школьного образования (код ГРНТИ 14.07.09, 14.25.09, 14.35.07, 14.35.09)

Научная деятельность кафедры башкирской литературы осуществляется согласно комплексным планам НИР СФ БашГУ. По итогам 2012, 2013 гг. членами кафедры опубликованы 2 монографии, 17 учебников и учебных пособий, 2 сборника научных трудов, 11 статьей в научных журналах РФ.

Ежегодно профессорско-преподавательский состав кафедры башкирской литературы принимает активное участие в организации и проведении научно-практических конференций международного, республиканского, межвузовского уровней. Так, только в 2013 году преподаватели кафедры участвовали в работе 7 международных, 2 всероссийских научно-практических конференций. В 2012 году на базе факультета башкирской филологии проведены Международная научно-практическая конференция «Современные проблемы башкирской и тюркской филологии и филологического образования», посвященная 75-летию доктора филологических наук, профессора Карима Гайсеевича Ишбаева (17 февраля 2012 г.), Всероссийская научно-практическая конференция с международным участием «Филологическое образование: история, современность, перспективы», посвященная 15-летию факультета башкирской филологии, Году благополучного детства и укрепления семейных ценностей (17 декабря 2012 г.). В 2013 году была организована Всероссийская научно-практическая конференция (с международным участием) «Современные проблемы башкирской и тюркской филологии» (III Биишевские чтения), посвященная 105-летию со дня рождения народного пистаеля Башкортостана Зайнаб Биишевой.17 декабря 2013 года проведена Международная научно-практическая конференция «Проблемы изучения и преподавания башкирской и тюркской филологии», посвященная 75-летию со дня рождения первого декана факультета башкирской филологии, ученого-педагога, профессора Булата Бакиевича Гафарова.

Силами кафедры башкирской литературы был организован конкурс научных и творческих работ, посвященный 80-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана  Рами Гарипова, среди студентов вузов, ссузов, учащихся общеобразовательных учреждений. По итогам конкурса подготовлен сборник «Слово мое еще отзовется». В апреле 2014 года на базе Стерлитамакского филиала БашГУ проведен республиканский семинар молодых поэтов, где приняли активное участие литературные объединения «Шонкар» (БашГУ), «Ашкадар» (Стерлитамакский филиал БашГУ), «Тулкын» (БГПУ им. М. Акмуллы), а также молодые таланты из школ южного региона республики.

Кафедра башкирской литературы тесно сотрудничает с учеными  Башкирского государственного университета,  филиалов БашГУ в г. Бирск, Сибай, Нефтекамск, Башкирского государственного педагогического университета им. М. Акмуллы, Института истории, языка и литературы УНЦ РАН, Института языка, литературы и истории им. Галимджана Ибрагимова Республики Татарстан, Института филологии и искусств Казанского (Приволжского) государственного университета.  13 мая 2009 г. подписан договор о сотрудничестве между ГОУ ВПО «СГПА им.Зайнаб Биишевой» и ГОУ ВПО «Горно-Алтайский государственный университет». В течение последних трех лет наши студенты  проходили стажировки в ГАГУ, изучали родственный алтайский  язык  и литературу. Они также принимали участие во Всероссийской олимпиаде по тюркским языкам и литературам, заняли призовые места (Кутлугильдина А., Байгужина Л., Кильсенбаева Г.), стали победителями в номинациях (Г. Гареева, Г. Амиргалина, Зарипова Р., Баширова А.). А студенты ГАГУ, в свою очередь, имели возможность прохождения стажировки в нашем вузе, изучать башкирский язык и литературу.

Международные отношения

В рамках реализации договора о международном сотрудничестве между СФ БашГУ и Карагандинском университетом «Болашак» (Республика Казахстан) ведется непрерывная работа по совершенствованию учебного процесса и научно-исследовательской работы.

17 декабря 2013 года состоялась Международная научно-практическая конференция «Проблемы изучения и преподавания башкирской и тюркской филологии», посвященной 75-летию со дня рождения ученого-педагога, Заслуженного учителя РФ и РБ, Почетного работника высшего профессионального образования РФ, члена-корреспондента Российской Академии педагогических и социальных наук, профессора Б.Б. Гафарова. По итогам конференции был издан сборник материалов, количество зарубежных авторов в котором составило 40 человек. В состав редакционной коллегии вошел д.филол.н., профессор КарГУ им. Е.А. Букетова (Республика Казахстан) Жумагулов С.Б.

С 2 по 6 декабря 2013 г. доценты кафедры казахского языка и литературы Карагандинского университетета «Болашак» Бабашов А.М., Шекен Ж. в качестве зарубежных лекторов прочли курс лекций «Казахско-башкирские литературные связи начала ХХ века» и «Древняя литература тюркских народов» студентам факультета башкирской филологии.

С 17 по 22 февраля 2014 г. доцент кафедры башкирской литературы Утяев А.Ф. и старший преподаватель кафедры башкирской литературы Дильмухаметов И.Т. читали лекции по тюркскому фольклору и литературе студентам гуманитарно-педагогического факультета Карагандинского университетета «Болашак» и приняли участие в работе Международной научно-практической конференции «Наука и образование в современном мире». В сборник этой конференции вошли 11 статей преподавателей кафедры башкирской литературы.

С 1 по 12 апреля 2014 г. на базе факультета башкирской филологии  прошли стажировку 5 студентов гуманитарно-педагогического факультета Карагандинского университетета «Болашак» (руководитель – Шекен Ж.). 

В 2014 г. на конкурсе научно-исследовательских работ и инновационных проектов на соискание грантов Стерлитамакского филиала Башкирского государственного университета одобрена прикладная научно-исследовательская работа на тему «Особенности башкирско-казахских фольклорных и литературных взаимосвязей» (рук. – Утяев А.Ф.), по итогам исследования ожидается выпуск сборника научных трудов совместно с преподавателями кафедры башкирской литературы СФ БашГУ и кафедры казахского языка и литературы Карагандинского университетета «Болашак».

453103 г.Стерлитамак, пр. Ленина, 49

тел. 8 (3473) 33-98-50, 43-22-50

факс 8 (3473) 43-94-18

strbsu@mail.ru

Яндекс.Метрика